Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Октябрь 2022, 12:10

Башҡортостан иген һәм уны эшкәртеү продукттарын сит илгә оҙатыуҙы дауам итә

/

Башҡортостан иген һәм уны эшкәртеү продукттарын сит илгә оҙатыуҙы дауам итә
Башҡортостан иген һәм уны эшкәртеү продукттарын сит илгә оҙатыуҙы дауам итә

Россельхознадзор белдереүенсә, йыл башынан 116,31 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттары экспортҡа оҙатылған. Игендең сифатын күҙәтеү һәм орлоҡ контроле буйынса үҫемлектәр карантины бүлеге белгестәре 27,57 мең тоннанан ашыу бойҙайҙы, 1,92 мең т арпаны, 16,64 мең т етенде, 1,05 мең т сафлорҙы, 0,81 мең т көнбағышты, 1,74 мең т шипкәнде, 0,066 мең т расторопшаны, 0,154 мең т виканы, 0,022 мең тонна гәрсисте тикшергән һәм документтарын эшләгән. Сит илгә оҙатылған төрлө культура орлоғоноң дөйөм күләме 50,07 мең тонна тәшкил иткән.
Республика ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһын Грузия, Бельгия, Дания, Латвия, Әзербайджан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Германия һатып алған.

Башҡортостан һынау лабораторияһында экспортҡа тигән 2558 партияның пробалары энтомологик, гербологик һәм микотоксикологик экспертиза үткән. Тикшереү һөҙөмтәһендә бар үҫемлекселек продукцияһы Европа һәм Таможня союздары, импортлаусы дәүләттәрҙең талаптарына яуап биргән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-17/bash-ortostan-igen-m-uny-eshk-rte-produkttaryn-sit-ilg-o-atyu-y-dauam-it-2991670

Автор:
Читайте нас: