Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Октябрь 2022, 10:48

Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған

Бишбүләк районы фермеры Григорий Зиновьев быйыл 18 тонна продукция йыйып алған. 

Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған
Һарымһаҡ үҫтереп миллионер булған

Ул бынан дүрт йыл элек биш сутый һарымһаҡ ултырта. Мул уңыштан ҡанатланып, киләһе йылына 10, унан 47 сутый сәсә. Быйыл иһә өс гектарҙан 18 тонна алыуға өлгәшә. Һарымһаҡтың килоһын 250 һумға һатам, уны һораусылар бик күп,ти фермер. Көҙҙән ул өс гектар һарымһаҡ ултыртҡан, яҙға йәнә шул тиклем сәсергә ниәтләнә.

Башҡортостанда был күләмдә һарымһаҡ етештереүсе башҡаса юҡ. Рәсәй буйынса иң күп һарымһаҡ үҫтереүсе Белгород өлкәһенән Игорь Болтенков (70 гектар). Әйткәндәй, донъяла үҫтерелгән һарымһаҡтың 75 проценттан ашыуырағы Ҡытай өлөшөнә тура килә.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
 
 
https://dimbuizary.ru/articles/i-tisad/2022-10-15/arym-a-terep-millioner-bul-an-2990531
Автор:
Читайте нас: