Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Октябрь 2022, 11:48

Бала бәлиғ булмаһа ла...

Күп балалы ғаиләләргә ташламалар бар шулай ҙа.

Бала бәлиғ булмаһа ла...
Бала бәлиғ булмаһа ла...

Балалар өсөн һалым түләүгә килгәндә, әгәр уға, мәҫәлән, фатирҙың бер өлөшө йәки яртыһы тура килә икән, түләргә кәрәк. Һалым күләме иһә йәшкә ҡарамай. Улар өсөн был бурысты ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре атҡара.

Әйткәндәй, “Транспорт һалымы тураһында”ғы законға төҙәтмәләрҙең үҙ көсөнә инеүгә бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә:

* күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү;

* күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем булған ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилдәргә 50 процент күләмендә һалым түләүҙән азат итеү (ике һәм унан күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап);

* шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилдәргә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).

Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз: 1 декабргә тиклем түләү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Айһылыу Низамова.
 
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-10-06/bala-b-li-bulma-a-la-2980001
Автор:
Читайте нас: