Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Октябрь 2022, 15:05

Михаил Мишустин «Алтын көҙ – 2022» күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән танышты

/

Михаил Мишустин «Алтын көҙ – 2022» күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән танышты
Михаил Мишустин «Алтын көҙ – 2022» күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән танышты

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин Мәскәү өлкәһенең «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәгендә барған «Алтын көҙ – 2022» агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән танышты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк аграрийҙары күргәҙмәгә яҡшы кәйеф менән килгән, быйыл Башҡортостанда мул уңыш – 5 миллион тонна иген йыйылған.

«Һуңғы тапҡыр бындай уңыш 1986 йылда алынған, барыбыҙ ҙа ошо күрһәткескә бик ҡыуанабыҙ. Михаил Владимирович, был һөҙөмтәләргә тәү сиратта ауыл хужалығын модернизациялау иҫәбенә өлгәштек. Һуңғы 5 йылда республика яҡынса 44 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Сығымдарҙың 50% ҡаплау буйынса республика ярҙамы техниканы яңыртыу өсөн  төп факторҙарҙың береһе булып тора. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан һуңғы биш йылда 8,1 миллиард һум бүленгән. Өс йыл элек «Росагролизинг» менән эшләй башланыҡ. Техника менән «Росагролизинг» аша тәьмин итеү күләме буйынса республика Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урында килә. Ил хөкүмәтенә лә, федераль министрлыҡҡа ла ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Михаил Мишустинға республикала льготалы ауыл ипотекаһы программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һөйләне.

«Беҙ уның күләме буйынса илдә беренсе урында, һеҙгә республика халҡы исеменән рәхмәт әйткем килә», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ауыл ипотекаһы» программаһының ваҡыты сикләнмәй, ставка элеккесә 3% булып ҡала, тип белдергәйне быйыл август айында премьер-министр Михаил Мишустин.

Быйыл республика стенды «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә иң ҙур майҙандарҙың береһен биләй.

«Беҙ «Алтын көҙ»ҙә йыл да ҡатнашабыҙ. Был юлы яҡшы күрһәткестәр менән килдек.

Рәсәй Хөкүмәтенә ике федераль тармаҡ программаһы өсөн рәхмәтлебеҙ. Беренсеһе – ауыл ипотекаһы. Бирелгән займдар буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ. Уның ярҙамында 5 600 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Икенсе йүнәлеш – ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү. Бында ла беҙ финанслау күләме буйынса икенсе урында. Ул беҙгә физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, парктар, торлаҡ йорттар, медицина учреждениелары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, парктар төҙөргә мөмкинлек бирә»,  – тине Радий Хабиров. 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
 
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-06/mihail-mishustin-altyn-k-2022-k-rg-m-end-bash-ortostan-stendy-men-n-tanyshty-2979160
Автор:
Читайте нас: