Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Октябрь 2022, 10:44

Башҡортостанда сылбырлы МТЗ тракторы йыйыласаҡ

Мәскәүҙә уҙған «Агросалон» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә  ошо хаҡтағы килешеүгә Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән «МТЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Виталий Вовк ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда сылбырлы МТЗ тракторы йыйыласаҡ
Башҡортостанда сылбырлы МТЗ тракторы йыйыласаҡ

«Минск трактор заводы тракторҙары республиканың ауыл хужалығында популяр. Беларусь иленән коллегаларыбыҙ менән киләһе йыл завод дилерҙары аша республикаға кәмендә 200 берәмек техника ҡайтарыу тураһында килештек», – тине Илшат Фәзрахманов.

Уға ярашлы, киләһе йыл Башҡортостанда кәмендә 50 берәмек сылбырлы «Беларус» йыйыласаҡ. Ә 2024, 2025 йылдарҙа күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу күҙаллана.

 

https://belizv-bash.ru/news/ekonomika/2022-10-05/bash-ortostanda-sylbyrly-mtz-traktory-yyyylasa-2977534

Автор:
Читайте нас: