Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Сентябрь 2022, 13:31

Өфөлә ҙур сара бара

Радий Хәбиров һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашты. 

Өфөлә ҙур сара бара
Өфөлә ҙур сара бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.

– Өфөлә ошо көндәрҙә ҙур сара – “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе халыҡ-ара конгресы бара, – тигән Радий Фәрит улы. – Майҙансыҡтар бик күп, иң ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырылған, төрлө осрашыуҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә, ҡыҫҡаһы, бик бай программа. Өҫтәүенә, халыҡ килеп ҡараһын өсөн дә тырыштыҡ.  

Радий Хәбиров өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы ҡаланың “Конгресс” паркына саҡырған. Әйткәндәй, ул Сик урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан. Былтыр бында "Ворлдскилсс" үткәйне.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бында улар ретро автомобилдәрҙән торған күргәҙмә ойошторған. Рәсәй менән Беларусь компаниялары етештергән махсус техниканы, шул иҫәптән, квадроциклдарҙы, квадрокоптерҙарҙы һәм вертолеттарҙы ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы гастрофестиваль һәм шоу-программа көтә. Унда беҙҙең коллектив һәм Беларусь артистары сығыш яһаясаҡ.

Был майҙансыҡ бөгөн асылған, ул 23 сентябргә хәтлем эшләй.

Фото: “Бәйләнештә” селтәре.   

Автор:Илдар Акьюлов.
 
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-09-20/f-l-ur-sara-bara-2957106
Автор:
Читайте нас: