Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Сентябрь 2022, 16:18

Йыл һайын кәмендә ике компрессор станцияһы төҙөлә

Башҡортостан Хөкүмәте менән “ГазРесурс” йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Йыл һайын кәмендә ике компрессор станцияһы төҙөлә
Йыл һайын кәмендә ике компрессор станцияһы төҙөлә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Петербург халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “ГазРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, форум 13 – 16 сентябрҙә Санкт-Петербургта үтә. Республикабыҙ делегацияһына Хөкүмәт вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкселек итә.

– Төбәк Хөкүмәте менән Үзбәкстан бизнесы менән аффилирланған “ГазРесурс” компанияһы араһындағы килешеү автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һанын арттырыу, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү, шулай уҡ Башҡортостанда байтаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән республикала газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Документ йыл һайын кәмендә ике газ менән заправкалау станцияһын, шул иҫәптән Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Өфө һәм Благовещен райондары биләмәһендә, төҙөүҙе күҙаллай. 2020-2021 йылдарҙа Нефтекамала, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында автомобилгә газ тултырыу буйынса дүрт компрессор станцияһы уңышлы эшләй башланы, – тине Александр Шельдяев.

Бынан тыш, “ГазРесурс” йәмғиәте Башҡортостанда бер нисә инвестиция проектын тормошҡа ашырырға – Благовещенда газ баллоны етештереү заводы, Өфөлә торлаҡ комплексы, еңел автомобилдәр өсөн амортизаторҙар заводы, Учалы районында фанер һәм юнысҡы плитәләре етештереү заводы төҙөргә, баҡыр колчеданы, тимер мәғдәне, газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртергә ниәтләй.  Әле компанияның дөйөм хаҡы 1,3 миллиард һумлыҡ өс инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылыу кимәлендә.

Шулай уҡ форумда Башҡортостан Хөкүмәте менән Салауат катализатор заводы “Онтаҡ силикагель етештереүҙе ойоштороу” проектын тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция килешеүенә өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ инвестиция күләмен 449,5 миллион һумдан 545,7 миллион һумға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Завод 2020 йылдың ноябрендә эшләй башланы, уның маҡсаты сит илдә етештерелгән онтаҡ силикагелде алмаштырыу.

Башҡортостан делегацияһы “Газпром” идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов, Томск өлкәһе етәксеһе Владимир Мазур һәм Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов менән форум экспозицияһын ҡарап сыҡты. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү өсөн “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техника өлгөләре менән танышты.  Шулай уҡ делегация ағзалары “Газ тармағында импортты алмаштырыу” корпоратив экспозицияһында булды, унда юғары технологиялы һәм импортты алмаштырған 160 продукция өлгөһө тәҡдим ителгәйне.

Александр Шельдяев Ҡалмыҡстанда һәм Яр Саллыла автомобилгә газ тултырыу буйынса ике компрессор станцияһын асыуҙа ҡатнашты. “Газпром СПГтехнология” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды янында Татарстанда шыйыҡ тәбиғи газ етештереү заводы  сафҡа инде.  Ә республикабыҙҙа иһә быйыл 10 компрессор станцияһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

“Рәсәйҙең газ тармағы: яңы шарттарҙа үҫеш өҫтөнлөктәре” пленар ултырышы Петербург халыҡ-ара газ форумының төп ваҡиғаһы булды.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова.
 
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-09-16/yyl-ayyn-k-mend-ike-kompressor-stantsiya-y-t-l-2953344
Автор:
Читайте нас: