

Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров яҙа:
Көнбағыштың мул уңыш биреренә ышанабыҙ, дым да, ҡояш йылыһы ла етерлек. Быйыл беҙ был культураны 302,9 мең гектар ерҙә сәстек, 2021 йыл менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк. 350-360 мең тонна йыйырға планлаштырабыҙ.
Үҫемлек майы етештереү сәнәғәте яҡшы бара—Башҡортостанда ике завод эшләй. Уларҙың етештереү ҡеүәте тәүлегенә 2,5 мең тонна орлоҡто эшкәртергә мөмкинлек бирә.
Дөйөм алғанда йылына 320 мең тонна май алына—был республикала йәшәүсе ҡулланыусылар һорауынан 6 тапҡыр күп. Үҙебеҙҙең төбәкте лә, башҡаларҙы ла тәьмин итәбеҙ.