Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июнь 2022, 15:11

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы июндә бизнесҡа һалым йөкләмәһен кәметкән закондар пакетын ҡабул итергә йыйына

/

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы июндә бизнесҡа һалым йөкләмәһен кәметкән закондар пакетын ҡабул итергә йыйына
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы июндә бизнесҡа һалым йөкләмәһен кәметкән закондар пакетын ҡабул итергә йыйына

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 июндәге пленар ултырышта санкциялар шарттарында республикала эшлекле әүҙемлекте дәртләндереүгә йүнәлтелгән көрсөккә ҡаршы закондар пакетын ҡабул итергә йыйына. Был хаҡта Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Закон проекттары ҡулланыусылар кооперацияһы системаһына, сауҙа комплекстарына, IT-компанияларға, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә һәм һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланған эшҡыуарҙарға ҡағыла. Атап әйткәндә, сауҙа комплекстарына һәм ҡулланыусылар йәмғиәттәренә мөлкәт өсөн һалымды кәметергә тәҡдим ителә. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған резиденттар өсөн һалым ставкаларын кәметеү йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Бынан тыш, республиканың урындағы бюджеттарға биргән бюджет кредиттары ваҡытын оҙайтыу өсөн хөкүмәт бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.

Автор:Роман Якимчук.
 
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-06-20/bash-ortostan-d-l-t-yyyylyshy-iyund-biznes-a-alym-y-kl-m-en-k-metk-n-zakondar-paketyn-abul-iterg-yyyyna-2847379
Автор:
Читайте нас: