Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Июнь 2022, 21:59

Төрөк инвесторҙары яңы проект тәҡдим итә

«Генезис Агро Трейд» компанияһы Башҡортостанда көнбағыштың гибрид орлоғон етештерергә планлаштыра

Төрөк инвесторҙары яңы проект тәҡдим итә
Төрөк инвесторҙары яңы проект тәҡдим итә

Бөгөн, 3 июндә, “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика хөкүмәте һәм компания араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө. Проектҡа һалым күләме 142 млн. һумға баһалана. Инвестпроектты тормошҡа ашырыу 32 яңы эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк.

--Башҡортостандың сәсеүлек структураһында көнбағыш тос урынды биләй, төбәктә уны эшкәртеү һәм шыйыҡ май етештереү буйынса ике ҙур предприятие эшләй, --тине БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов.

Источник: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56226

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: