ИҠТИСАД
5 Март 2022, 06:51

Эшҡыуарҙар өсөн кризисҡа ҡаршы яңы сервис эшләй башланы

Республикала INVESTRB.RU инвестицион порталында кризисҡа ҡаршы онлайн-сервис эшләй башланы, был хеҙмәт эшҡыуарҙар алдында тыуған мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тиҙ белеп, уларҙы ваҡытында хәл итеү юлдары табыу өсөн тәғәйенләнгән.

Эшҡыуарҙар өсөн кризисҡа ҡаршы яңы сервис эшләй башланыЭшҡыуарҙар өсөн кризисҡа ҡаршы яңы сервис эшләй башланы
Эшҡыуарҙар өсөн кризисҡа ҡаршы яңы сервис эшләй башланы

Республикала INVESTRB.RU инвестицион порталында кризисҡа ҡаршы онлайн-сервис эшләй башланы, был хеҙмәт эшҡыуарҙар алдында тыуған мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тиҙ белеп, уларҙы ваҡытында хәл итеү юлдары табыу өсөн тәғәйенләнгән. “Порталдың төп битендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү өсөн ике ҡыҙыл төймә барлыҡҡа килде, унда консультант менән телефон аша бәйләнешкә инергә йәки яҙма рәүештә мөрәжәғәт ҡалдырырға була. Бөтә мөрәжәғәттәр ҡыҫҡа ваҡытта эшкәртелеп, килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү буйынса яуаплы тәғәйен ведомстволарға ебәреләсәк”, – тип хәбәр итте республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Яңы сервис кредит, лизинг, өҫтәмә сығымдар, йөк ташыу, сит ил контрагенттары менән хисаплашыу менән бәйле мәсьәләләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. Ҡатмарлы хәлгә тарыған ойошмаларға ярҙам саралары булдырыу мөһим, илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле, Башҡортостанда иҡтисади хәүефтәрҙе күҙәтеү һәм хаҡ артыуына юл ҡуймау бурысы ҡуйылған.   

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина.
https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2022-03-04/esh-yuar-ar-s-n-krizis-a-arshy-ya-y-servis-eshl-y-bashlany-2714832
Автор:
Читайте нас