ИҠТИСАД
7 Ғинуар 2022, 07:21

Йыл һөҙөмтәләре барланды, йомғаҡтар яһалды

/

Йыл һөҙөмтәләре барланды, йомғаҡтар яһалдыЙыл һөҙөмтәләре барланды, йомғаҡтар яһалды
Йыл һөҙөмтәләре барланды, йомғаҡтар яһалды

5-се саҡырылыш муниципаль район Советының XVIII ултырышы үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, уның урынбаҫарҙары, муниципаль берәмәктәр менән бәйләнеш буйынса Башҡортостан Башлығы идаралығы начальнигы Ю.Коземаслов, Башҡортостан Башлығы идаралығының үҙ идаралыҡ органдары менән эшләү бүлеге баш советнигы И.Мөхийәнов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Ә.Байсурин һәм Р.Аблаев, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырышты  муниципаль район Советы рәйесе Хәлим Хәсәнов алып барҙы. Унда райондың артабанғы эшмәкәрлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән ҡарарҙар ҡабул ителде, социаль, иҡтисади йүнәлештәге һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Автор:Разиля Байгускарова.
 
Автор:
Читайте нас