

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә «Транспорт аҙналығы» барышында һауа порты эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Бөгөн Өфөнән 53 йүнәлеш буйынса осорға була. «Аэропортты яңыртыу эше даими алып барыла, ул илдәге иң яҡшы һауа порты булып ҡала», – тине Андрей Назаров.
Быйыл «Өфө» халыҡ-ара аэропорты 4 миллионға яҡын пассажир хеҙмәтләндерер, тип көтөлә.
https://belizv-bash.ru/news/ekonomika/2021-11-18/f-n-n-53-y-n-lesh-buyynsa-osor-a-bula-2587330