

Һәр предприятие һәм ойошмала үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, һис ҡасан һынатмаған, коллективта лайыҡлы рәүештә абруй ҡаҙанған кешеләр була. Шундайҙарҙың береһе – “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса электр слесары Сабирйән Билалов.
Сабирйән Әхмәҙулла улы ике йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң, хеҙмәт юлын 1990 йылда Бүребай руда идаралығында тракторсы булып башлай. Артабан автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, водитель, һурҙырғыстарҙы ремонтлау буйынса дежур слесарь, тирмән машинисы булып эшләй. 2004 йылдан бөгөнгәсә байыҡтырыу фабрикаһында ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса электр слесары вазифаһын уңышлы башҡара. Ниндәй генә вазифала эшләһә лә, үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. “Аҙ һөйләргә, күп эшләргә ярата”,- тиҙәр коллегалары уның хаҡында.
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 57-се һанында уҡығыҙ.