ИҠТИСАД
5 Апрель 2021, 14:50

Яҙғы сәсеүгә әҙерһеңме?

Аҡъярҙа яҙғы баҫыу эштәренә арналған агроконференция үтте.

Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йортонда яҙғы баҫыу эштәренә арналған агроконференция үтте. Унда вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары һәм Урал аръяғы райондарында йәшәүсе фермерҙар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре, район ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре, агрономдар ҡатнашты.
Илшат Илдус улы сараны асып, ағымдағы йылдың агросәнәғәт комплексының стратегитик йүнәлештәрен барланы, быйылғы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек тураһында һөйләне. Рөстәм Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, район аграрийҙарының сәсеү кампанияһына әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов яҙғы баҫыу эштәренә ниндәй дәүләт ярҙамы булыуы тураһында таныштырһа, башҡа урынбаҫарҙар техниканың әҙерлеге, орлоҡ менән тәьмин ителеш хаҡында һөйләне. Шулай уҡ конференцияла сығыш яһаусылар төбәктең фитосанитар торошо, файҙаланылмаған һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индереү, агростраховкалауҙың үҙенсәлектәре һәм башҡа һорауҙар буйынса сығыш яһаны.
Сара аҙағында Илшат Фәзрахманов тармаҡтың бер төркөм алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Фойела Хәйбулла районы эшҡыуарҙарының ауыл хужалығы продукцияһынан торған бай күргәҙмә урынлаштырылды. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы райондың брендына әүерелгән Хәйбулла ҡорото таң ҡалдырҙы, күргәҙмәлә уның бер нисә төрө урын алған ине.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас