ИҠТИСАД
4 Апрель 2021, 04:13

Сифатлы орлоҡҡа ихтыяж ҙур

“Россельхозцентр” филиалының Хәйбулла район бүлегендә эш йыл әйләнәһенә дауам итә

“Россельхозцентр” федераль бюджет учреждениеһының Башҡортостан буйынса филиалының Хәйбулла район бүлеге орлоҡсолоҡ, үҫемлектәрҙе һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Бүлек начальнигы Рәйсә Ишкилдина белдереүенсә, улар орлоҡ материалының сәсеү һәм сорт сифаттарын асыҡлау өсөн анализдар үткәрә, фермерҙарға сорт яңыртыу, орлоҡсолоҡ буйынса ғәмәли ярҙам күрһәтә. Бүлектә эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Орлоҡто ергә сәсеүҙән алып ураҡҡа тиклем урындағы фермерҙар менән даими эш алып барыла.

– Районда бөтәһе 100-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Шуларҙың һәр береһенең нимә сәсәсәге тураһында хәбәрҙарбыҙ, ниндәй уңыш йыйып алырҙарын да тойомлайбыҙ. Бында һәр фермер үҫтерелгән иген культураларын алып килә, беҙ уларға тикшереү үткәрәбеҙ. Орлоҡтоң сифаты, ҡоротҡостар менән зарарланыуы, сүплек кимәле тикшерелеп, уға тулы анализ бирелә. Артабан яҙға тиклем орлоҡҡа тип ҡалдырылған ашлыҡ йәнә бер тикшереү үтә. Был юлы орлоҡтоң нисек һаҡланыуы, бәшмәк-бөжәк­тәр төшмәгәнме-юҡмы икәнлеге иғти­барға алына. Артабан уны ағыуларға яраймы – шуны ла билдәләйбеҙ, – ти Рәйсә Сәйфулла ҡыҙы.

Шулай уҡ Йылайыр районы фермерҙары ла күпселек осраҡта күршеләренә мөрәжәғәт итә. Күптән түгел филиал хеҙмәткәрҙәре районда сәселгән ужым культурала­рының нисек ҡышлауын һәм торошон тикшергән. 650 гектар май­ҙа­н­да – ужым культуралары, шуның 180 гектарында – бойҙай ужымы, 470 гектарында шипкән ужымы сәселгән. Әле был үҫем­лектәрҙең хәле ҡәнәғәтләнерлек, ужым культуралары яҡшы ҡыш­лаған. Әммә шатланырға иртәрәк әле, сөнки яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы, ҡарҙың ҡалын булыуы үҫем­лектәрҙең хәлен киҫкенләштереүе ихтимал, уларҙың тонсоғоуы ла бар.

Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ сәбәпле, күп фермерҙар өсөн орлоҡ ҡалдырыу мәсьәләһе киҫкен тора, шуға күрә улар ситтән орлоҡ һатып алырға мәжбүр. Бәғзеләре, хаҡына ҡарап, төбәккә тап кил­мәгәндәрен дә ала, һөҙөмтәлә ул тәүге сирҡанысты үтә алмайынса һәләк була. Хәйбулла фермерҙары күп осраҡта күрше ырымбурҙарҙан орлоҡ һатып ала. Әгәр ҙә сит төбәктән районға орлоҡ индерелгән икән, өс көн эсендә уны һатып алыу­сы анализға алып килергә бурыслы. Икенсенән, һатып алынған орлоҡ Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса дәүләт реестрына индерелгән һәм сифат буйынса барлыҡ сертификаттары булырға тейеш. Бөгөн хужалыҡтарҙа көҙҙән үк яҙғы сәсеүгә ҡалдырылған 13 мең 697 тонна орлоҡ һалынған, шуның 597 тоннаһы – элиталы орлоҡ.

– Иген культуралары ҡала, әммә сорттар үҙгәреп тора, элеккеләренә биологик төрө, сифаты һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса яңырағы алмашҡа килә. Орлоҡсолоҡ эшендә был – иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Яңырыу булмайынса, яҡшы һәм мул уңыш алыу мөмкин түгел. Нисек кенә булмаһын, иген баҙарында һәр саҡ сифатлы орлоҡҡа ихтыяж ҙур, – ти тәжрибәле белгестәрҙең береһе Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы Далхина. Ул филиалда баш агроном булып эшләй. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ошонда килгән ханым 36 йыл буйы райондың үҫемлекселек тармағын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Уның хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу. Шулай уҡ әйҙәүсе агроном Әлиә Күскилдина менән йәш белгес Гүзәлиә Нураева ла – үҙ эшенең оҫталары. Улар ауыл хужалығы үҫемлектәренең төрлө ауырыуҙарын, культураларға зыян килтергән ҡоротҡостарҙы өйрәнә, уларға ҡаршы тороу сараларын таба.

Уртаҡ һүҙҙән, бер төптән эш­ләгән коллектив райондағы һәр хужалыҡты, һәр фермерҙың ниндәй культура сәсәсәген, уларға ниндәй кәңәш бирергә кәрәклеген яҡшы белә. Былай ҙа ҙур булмаған бинаның иҙәнендә төрлө орлоҡ ҡапсыҡтары урын алыуға ҡарамаҫтан, уларҙың эше йыл дауамында бара. Ә игенсе һәм агроном өсөн яуаплылыҡ икеләтә арта: орлоҡтарҙың сифатын ҡарап өлгөрөргә, тәжрибәләр үткәрергә тура килә.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас