Традицияға әүерелгән агроконференция эшендә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ғалимдар һәм Урал аръяғының 8 районынан делегация, яҙғы сәсеү буйынса планлаштырылған эштәр буйынса фекер алышты.
--Быйылғы сәсеү кампанияһын ҙур ышаныс-өмөттәр менән башлайбыҙ. Урал аръяғында айырым шарттар булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Йыш ҡоролоҡ була. Шуға күрә мелиорацияны үҫтерергә һәм был яҡтарҙа яҡшы үҫкән ҡаты сортлы бойҙайҙан гектарынан 15-20 центнер уңыш алырға кәрәк. Был йәһәттән башланғыстар ҙа бар. Тиҙҙән Урал аръяғы ерҙәрендә мелиорацияны үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ,--тип билдәләне Илшат Фәзрәхманов.
Конференцияла ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең яҙғы сәсеүгә техник яҡтан әҙерлеге, хужалыҡтарҙа орлоҡ материалдары сифаты, дәүләт ярҙамы, ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу, сеймал һатыу алыу шарттары һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков һәм Павел Иофинов, өлкә ғалимдары һәм эксперттар яҙғы сәсеү алдынан аграрийҙарҙы борсоған төп һорауҙар буйынса сығыш яһаны.
Хәйбулла районы аграрийҙары быйыл яҙғы сәсеүҙе 91915 гектарҙа планлаштыра. Уларҙан 85165 гектарҙа иген культуралары, шул иҫәптән, 44956 гектарҙа бойҙай, 33340 гектарҙа арпа һәм башҡалар. Районда сәсеү эштәренә 229 трактор һәм 128 сәсеү агрегаттары йәлеп ителә. 638 тонна суперэлиталы һәм элиталы орлоҡ һатып алынған. Ул орлоҡ фондының 7 процентын яңыртырға булышлыҡ итә.