ИҠТИСАД
3 Апрель 2021, 13:45

Радий Хәбиров «Сода» компанияһы коллективы менән осрашты

Башҡортостан «Сода» предприятиеһының етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары буйынса камиллаштырыуға 5 миллиард ярым һум аҡса бүлә. Был өлкәгә инвестициялар ике тапҡырға арттырыла //

Башҡортостан «Сода» предприятиеһының етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары буйынса камиллаштырыуға 5 миллиард ярым һум аҡса бүлә. Был өлкәгә инвестициялар ике тапҡырға арттырыла.
Был турала Башҡортостан башлығы Стәрлетамаҡта Башҡортостан «Сода» компанияһы коллективы менән осрашыуҙа белдерҙе. Башҡортостан башлығының эш сәфәре артабан Ишембайҙа дауам итте. Төбәктә ул Торатау георпаркының визит үҙәген ҡараны һәм «ВитязЬ» предприятиеһында булды.
«Сода» предприятиеһы акцияларының контроль пакеты Башҡортостанға ҡайтарылды. Рәсәй Президентының тарихи ҡарары беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй тип билдәләне Башҡортостан башлығы коллектив менән осрашыуҙа. Радий Хәбиров «Сода» компанияһы алдындағы төп бурыстарға туҡталды. Улар тәү сиратта етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары нигеҙендә камиллаштырыу менән бәйле. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм уның тирәһендә экология мәсьәләрен хәл итеү, яңы сеймал сығанағын эҙләү, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу һәм эш хаҡын күтәреү, ҡаланың социаль программаларында ҡатнашыу ҙа мөһим.
От управленческой команды «БСК» я жду интересных решений. Вы должны собрать команду учёных, опытных руководителей-химиков и совместно определить ведущие направления развития предприятия. Вам надо понять своё место на мировых рынках. Раньше по всем этим вопросам решения принимали акционеры, а теперь вы должны предлагать варианты совету директоров. Полгода назад вы показывали мне цех по выпуску стиральных порошков, который был закрыт. Если это экономически выгодно, то, наверное, нужно возродить собственное производство, чем передавать сырьё другим компаниям, которые в итоге извлекают прибыль? Хороший пример рачительного отношения - когда предприятие по моему предложению закрыло в Москве свой торговый дом, который арендовал колоссальный офис напротив Кремля. В итоге только на аренде вы сэкономили более 1 млрд рублей в год.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы
Башҡортостан башлығы шулай уҡ предприятие тирәләй индустриаль технопарктар асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уларҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре урындағы сеймал нигеҙендә тәрән эшкәртелгән продукттар етештереүҙе яйға һалырға тейеш.
Башҡортостан сода компанияһының ҡеүәттәрен камиллаштырыу өсөн республика аҡса бүлә. Был өлкәлә инвестициялар 2019 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға арттырыла. Иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыларына алмаштырыу һәм яңыларын һатып алыуға 5 миллиард ярым һум тотоноу ҡаралған.
Рафиҡ Әхмәтшин
Читайте нас