Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улы ла фермерлыҡ эшен һайлай. Тәүҙә Исҡаҡовтарҙың ике крәҫтиән (фермер) хужалығы була, һәр береһе айырым үҙ эшен булдыра.
– Тиҙҙән 70 йәшкә етәм, һаулыҡ яғы ла үҙен һиҙҙертә башланы, – тип һүҙ башланы эшҡыуар. – Уйлаштыҡ та, улым Альберт менән хужалыҡтарҙы берләштерҙек. Хужалығы ныҡтың биле лә ныҡ була. Төп ойоштороу эштәрен улым башҡара, уға бар яҡлап ярҙам итәм. Әле яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлектең иң ҡыҙған мәле: техника-агрегаттарҙы ремонтлау бара, яғыулыҡ-майлау материалдары туплана.
Быйыл хужалыҡ 3 мең гектар майҙанда иген культуралары сәсергә ниәтләй. Орлоҡҡа бәйле проблемалар юҡ. Альберт Исҡаҡов, ауыл уртаһында буш торған ерҙе алып, унда йылы гараж һәм келәт төҙөгән. Гараж утын менән йылытылыуға ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә техниканы ремонтлаған эшселәр өсөн бигерәк тә уңайлы. Элекке кеүек тимер запчастарҙы ҡулға тоторға ҡурҡып тормайҙар, техника ла, кәрәкле запчастар ҙа бер үк температурала һаҡлана. Кәрәкле техника гаражға индерелә һәм уны тулыһынса ремонтлап, бар яҡлап тикшергәс кенә әҙерлек һыҙығына ҡуялар. Артабан икенселәренә сират етә.
Беҙ барғанда ла эшҡыуарҙың йылы гаражында эштең ҡыҙыу мәле ине: механизаторҙар Зиннур Ишмөхәмәтов, Рәмил Мәһәҙиев һәм Фәйзрахман Әминев бер минутҡа ла туҡтамай, тракторҙы ремонтлау менән мәж килә. Хатта һорауҙарға ла яуап бирергә ваҡыт табылманы. Ни тиһәң дә, яҙҙың бер көнө йылды туйҙырыр мәл шул.
Исҡаҡовтар хужалығы йыл һайын тиерлек техника паркын яңыртып тора, әле хужалыҡта бөтәһе 10 берәмектән ашыу техника бар. Көҙ баҫыуҙарҙағы мул уңышты өр-яңы “Вектор” һәм “Енисей” комбайндары йыясаҡ, ти фермер. Тимәк, быйыл йәнә ике төр техника һатып алынған, артабан трактор-комбайн һанын арттырыу планлаштырыла.
Заман менән йәнәш атлаған, киләсәккә ҡарап эш итә белгән, атаһының кәңәштәренә ҡолаҡ һалған йәш фермер Альберт Исҡаҡов шулай уҡ ашлама һатыу буйынса ла үҙ эшен йәйелдергән. Бөгөн ерҙе яратҡан һәр кем тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, мул уңыш алыу маҡсатында минераль ашламаларға өҫтөнлөк бирә, шуға күрә фермерҙың был маҡсатта эш алып барыуы юҡҡа түгел. Тап ошондай ер тип янып көйгән, ерҙе яратҡан фермерҙар булғанда ғына, ауыл да йәшәйәсәк, ауыл хужалығы тармағы ла алға барасаҡ, иң мөһиме – өҫтәлдәрҙә икмәк буласаҡ, баҫыуҙарҙа комбайндарҙың тауышы яңғыраясаҡ әле. Изге сәғәттә, игенселәр!