Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы Сергей Цепиловты белмәгән кеше юҡ. Себерҙә эшләһә лә, тыуған яғына ҡайтып изге эштәре менән яҡташтарын ҡыуандырырға өлгөрә. Үҙ ҡулдары менән мини-трактор яһап, быйылғы ҡарлы ҡышта ауыл биләмәһен таҙартырға сыға.
Төрлө техниканың запас частарынан ике мини-трактор йыйып, ауылдаштарын ғәжәпкә ҡалдырған.Берәүһе гидравлик көрәкле, юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға бик яйлы. Ғәҙәттә, тракторҙар барып етә алмаған аҫмалы күпер тирә-яғын таҙартырға Сергей үҙе сыға, тип яҙа "Салауат ерендә" гәзите. Ул хеҙмәтен ауырһынмай башҡара, ауылдаштарына изгелек эшләргә һәр саҡ әҙер.
”Үҙем дә ошо биләмәлә йәшәйем бит, өҫтәүенә техниканы ла ныҡлыҡҡа һынайым”,- ти егет.