ИҠТИСАД
20 Марта 2021, 05:21

Республикала «Орлан» яңы ҡала яны поезы йөрөй башлай

Юлға киткән ваҡытты ике тапҡырға тиерлек кәметеүгә өлгәшелгән

2 апрелдән республикала Өфө – Стәрлетамаҡ– Салауат – Мәләүез – Күмертау маршруты буйынса «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башлай.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, РА-З «Орлан» инновациялы рельслы автобус юлға сыға.
Һынап ҡарағандан һуң юлға киткән ваҡытты ике тапҡырға тиерлек — 3 сәғәт 50 минутҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелгән.
Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезын тәғәйенләү эше 2020 йылда уҡ башланды. Тәүҙә яңы маршруттарҙы асыу 2021 йылдың майына билдәләнгәйне.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, юлдағы ваҡытты 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу планлаштырыла.
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
Читайте нас