Быйыл ғинуарҙа Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына һалым һәм һалым булмаған килем 16,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 17 процентҡа кәмерәк. Ошо хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.
“2021 йыл Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына һалым һәм һалым булмаған килем килеүенең кире динамикаһынан башланды. Килемдең кәмеүе һиҙелерлек дәрәжәлә табыштың кәмеүе менән бәйле: нефть продукттарына акциздарҙың – 20,2 процентҡа, ойошмаларҙың килеменә – 26,4 процентҡа, физик шәхестәрҙең килеменә – 3,3 процентҡа”, – тип белдерҙе Андрей Назаров Башҡортостан бюджетына һәм республика муниципаль берекмәләре бюджетына һалым һәм һалым булмаған килем килеүе, килем ҡеүәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы кәңәшмәһе барышында. Шулай уҡ ойошмаларҙың милкенә булған килем (13,6 тапҡырға), милекте файҙаланыуҙан (ике тапҡырға) килгән аҡса ла кәмегән.
– Һалым килемен кәметеү эҙемтәләрен һөҙөмтәле бөтөрөү өсөн көс һалабыҙ. 2020 йылда иҡтисадҡа инвестициялар үҫеше тиҙлеге 100,9 процентҡа етте – яңы инвесторҙар аҙаҡҡы һөҙөмтәлә төбәктә һалым килеме күләмен арттырасаҡ, – тине Андрей Назаров.
2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына һалым һәм һалым булмаған килем буйынса дөйөм бурыс 13,5 миллиард һум, шул иҫәптән республика бюджетына – 7,6 миллиард һум, урындағы бюджетҡа 5,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Фото: республика Хөкүмәте.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Respublika-byudgetina-kilem-k-meg-n-717622/