Күптән түгел Аҡъяр ауылы Батанов урамының 1-се йортонда «Ит кибете» («Мясная лавка») магазины асылды. Үҙ ишектәрен яңы асыуға ҡарамаҫтан, шәхси эшҡыуар Власенконың был сауҙа нөктәһе һатып алыусылар араһында тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм хатта күрше ауылдар халҡын да сифатлы продукцияһы менән үҙенә арбай.
Бындай уңыштың сере нимәгә бәйле һуң тигән һорауға яуап эҙләп, магазиндың хужаһы Александра Власенко менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
–Александра Александровна, предприятие эшмәкәрлеге менән таныштырып үтегеҙ?
–Ит полуфабрикаттарын, ризыҡтарын етештереү эшен 2015 йылда башланыҡ. Тәүҙә ассортимент билмән һәм мантынан ғына торҙо. Уны етештереү өсөн ябай өй ит турағысын файҙаландыҡ, ҡамырҙы ҡул менән баҫтыҡ һәм йәйҙек. Әкренләп төрлө өр-яңы ҡоролмалар, шул иҫәптән ҙур сәнәғәт ит турағысын, ҡамыр яһау (болғау) һәм йәйеү аппараттарын һатып алдыҡ. Был етештереү сифатын һәм күләмен арттырыуҙа мөһим роль уйнаны.
–Батанов урамында яңы магазин асылыуы ла ошоға бәйлеме?
–Әлбиттә. Ғөмүмән, был кибет беҙҙең даими клиенттарҙың күпселек мөрәжәғәттәре буйынса Аҡъярҙың сауҙа үҫешкән зонаһында асылды. Уңың майҙаны бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бында үҙебеҙ етештергән бөтә ассортимент тәҡдим ителә.
–Ассортиментҡа нимәләр инә?
–Дөйөм алғанда көнөнә 100 килограмм тирәһе сифатлы ит эшкәртеп, 30-ҙан ашыу полуфабрикаттар етештерәбеҙ. Яңы магазин кәштәләрендә таҙа ит, әҙер фарш, ҡаҙы, тултырма, манты, билмән, котлет, тефтели, рулет, фрикаделька һәм башҡа үҙебеҙ етештергән продукция, бынан тыш икмәк, һалма, бал, һөт һәм башҡа ризыҡтар урын алған.
–Продукцияның сифаты контролдә тотоламы?
–Сифат беҙҙең девиз тип әйтергә була. Башта һайлап алынған ит ветеринар (лаборатор) тикшереүен үтә, унан һуң уны йәнә ҡарап сығабыҙ. Шулай беҙ етештергән бөтә продукцияға ярашлылыҡ декларацияһы бар, улар тик тәбиғи компоненттарҙан ғына тора. Бер ваҡытта ла соя һәм башҡа ҡушылмалар ҡулланмайбыҙ.
–Хеҙмәткәрҙәрегеҙҙән уңдығыҙмы?
–Коллективҡа үҙ эшенә яуаплы ҡараған кешеләр тупланған. Бигерәк тә предприятиела дүрт йылға яҡын намыҫ менән эшләгән Әлфирә Тауылбаеваны, шулай уҡ итәғәтле һатыусы Фәймә Рәхмәтованы билдәләп үтер инем.
«Ит кибете» («Мясная лавка») магазинында 30-ҙан ашыу сифатлы продукция, шул иҫәптән таҙа ит, әҙер фарш, ҡаҙы, тултырма, манты, билмән, котлет, тефтели, рулет тәҡдим ителә. Уның адресы: Аҡъяр ауылы, Батанов урамы, 1.