Санкт-Петербургтан компания беҙҙең республикала завод асырға ниәтләй. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров инвестор менән һөйләшеү үткәрҙе. Заводта пилотһыҙ вертолет һәм аэротакси сығарыу ҡарала. Компания махсус иҡтисади зона резиденты була.