Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Февраль 2021, 16:16

“Башҡортостан һәүкәшенең һөтөнә өҫтөнлөк бирәм”

Беҙҙең бурыс хәҙер – үҙебеҙҙең тауарҙарҙы мөмкин тиклем танытыу.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Instagram селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан тауарҙары тураһында яҙма ҡалдырҙы.
“Табында урындағы етештереүселәр сығарған аҙыҡ-түлекте күреү минең өсөн күпкә ҡыуаныслы. Мөмкинлек бар икән, һәр саҡ Башҡортостан һәүкәшенең һөтөнә өҫтөнлөк бирәм, сөнки ул тәбиғи, Өфөгә алып барып еткереү өсөн уға бер туҫтаҡ консервант ҡушмағандар.
Тимәк, кешеләрҙең күпселеге лә шул сәбәпле республикала етештерелгән тауарҙарҙы хуп күрә. Ләкин ашығыпмы, тауарҙарҙың муллығына башы әйләнепме, урындағы продукцияны иғтибарға алмағандар ҙа бар икән.
Беҙҙең бурыс хәҙер – үҙебеҙҙең тауарҙарҙы мөмкин тиклем танытыу. Беҙ “Башҡортостан продукты” тигән сифат билдәһе менән берләштерелгән аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар маркировкаһын яңырттыҡ. Сауҙа селтәрҙәре уны алды.
Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы һатып алып, республика иҡтисадына һәм социаль өлкәһенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Ниндәйҙер депутат йәнә минең өҫтән ялыу яҙыр, бәлки, әммә ҡулланыусы патриотизмы идеяһын артабан да үҫтерәсәкмен. Был республика өсөн мөһим”, – тип яҙған ул.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: