Был осраҡта урамда ҡалдырғандар тип әйтергә мөмкиндер, сөнки Магнитогорск ҡалаһындағы “Ситно” холдингына ҡараған “Белорет икмәк комбинаты” йәмғиәте февраль башында ошоға тиклем намыҫлы хеҙмәт иткән йөҙ кешеһен эшһеҙ ҡалдырҙы. Хужалар быны заводты реконструкциялау менән бәйләй, эш бер йыл дауам итәсәк.
Шулай итеп, әле Белорет ҡалаһында йәшәгән 100 ғаилә ауыр хәлдә ҡалды. Әлбиттә, урындағы хакимиәт был мәсьәләне иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
“Комбинат етәкселеге әле һаман “Белорет икмәк комбинаты”н ябыуҙың рәсми сәбәбен аңлатманы. Хеҙмәткәрҙәр һүҙенсә, уларҙан үҙ ирке менән эштән китеү хаҡында ғариза яҙҙыртҡандар, бер йылдан яңынан алырға вәғәҙә итеп. Юғалып ҡалған, ҡурҡҡан кешеләрҙең прокуратураға мөрәжәғәт итергә башына етмәгән. Ябыу тураһында яңылыҡ уларҙы шаңҡытҡан”, – ти Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр етәкселек баҫымы аҫтында эштән үҙ ирке менән китергә ғариза яҙырға мәжбүр булғанын таныған. Ҡыуылғандар Белорет район хакимиәте менән берлектә коллектив ғариза яҙып, хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен тикшереүҙе һорап Белорет район-ара прокуратураһына мөрәжәғәт итә.
"Белорет район-ара прокуратураһы “Белорет икмәк комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эштән бушатылған элекке эшселәренең хеҙмәт хоҡуҡтары үтәлеше буйынса тикшереү ойошторҙо. Әлеге ваҡытта 96 хеҙмәткәрҙең 38-е яңынан эшкә алыу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт иткән. Бындай граждандар эшен ҡараған осраҡта прокурор ҡатнашлығы мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Хеҙмәт кодексына ярашлы, бындай ғариза-дәғүә эштән бушатылған көндән алып бер ай эсендә бирелергә тейеш. Граждандың ҡатнашлығынан (ғаризаһынан) тыш уның хоҡуғын яҡлап булмауҙы иҫәпкә алып, Белорет район-ара прокуратураһы эштән бушатылған, әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән судҡа мөрәжәғәт итмәгән граждандар үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн эш көндәрендә сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем (тәнәфес - 13.00-14.45) Белорет район-ара прокуратураһына мөрәжәғәт итә алыуын белдерә", – тинеләр был хәл буйынса Белорет район-ара прокуратураһында.