Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Февраль 2021, 12:37

Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балын көтәләр

Башҡорт балы менән инә ҡорт һөтөнөң тәүге партияһын былтыр ноябрҙә үк ебәргәйнеләр.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге башҡорт балы менән инә ҡорт һөтөнөң тәүге партияһын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә былтыр ноябрҙә үк ебәргәйне.
Ул осорҙа бер килограмлыҡ ағас мискәләрҙә 408 килограмм солоҡ балы, 100 килограмм йүкә балы һәм һәр ҡайһыһы һигеҙ грамлыҡ 500 быяла һауытта киптерелгән инә ҡорт һөтө оҙатылғайны. Ғәрәп Әмирлектәрендәге партнерҙарға сифатлы ризыҡтың оҡшауы бер ҙә ғәжәп түгел. Күп тә үтмәй импортлаусылар артабан да хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерә. Әле үҙәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә Ғәрәп Әмирлектәренә умартасылыҡ продукцияһының яңы партияһын әҙерләй.
2020 йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында ғына Рәсәй Евразия иҡтисади союзы илдәренә 4,9 миллиард һумлыҡ тәбиғи бал экспортлаған. Татлы ризыҡ 25-тән ашыу илгә оҙатылған.
Фото: bash.news
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: