Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Февраль 2021, 12:43

“Алға”ла балыҡ заводы асыла

Яңы заводта 120 эш урыны булдырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
“Бионика” компанияһы директоры Сәлим Шәрипов “Алға” мухсус иҡтисади зонаһында бикре һәм йәйен балығын үрсетеү, балыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса “БашБалыҡ” заводы төҙөү проекты менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, гидробионттар, тауар балығы үрсетеү, төрлө деликатестар сығарыу буйынса комплекстар һалыу хаҡында һүҙ бара. Яңы заводта 120 эш урыны булдырыла.
"Проект бик ҡыҙыҡлы. Республикала балыҡ ризыҡтарына ихтыяж ҙур. Был эш барып сыҡһын өсөн тейешле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине Андрей Назаров. – Шул уҡ ваҡытта бөтә мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә кәрәк".
Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев Учалы тау-байыҡтырыу комбинатындағы байыҡтырыу фабрикаһы өсөн таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сиратын төҙөү проекты тураһында һөйләне. Комбинат нейтралләштереү станцияһын реконструкциялауға, быуа-стабилизатор, шахта һәм ташландыҡ тоҡомдар аҫтындағы һыуҙы таҙартыу һәм һыуҙы ныҡлы таҙартыу комплекстарын төҙөүгә 1,65 миллиард һум йүнәлтергә ниәтләй.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проектты республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә индерергә, мөлкәткә һалым буйынса ташлама бирергә ҡарар ителде. Эшҡыуар Рөстәм Ғәбиҙуллин Иглин районында малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм туңдырылған ярымфабрикаттарҙы һаҡлау цехы асыу планы менән уртаҡлашты. Яңы комплекс магазиндарҙы, мәктәптәрҙе һәм социаль учреждениеларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәсәк. Унда 40 эш урыны булдырыла. Үҙенең продукцияһын инвестор Иглин – Ҡыҙылъяр – Таутөмән юлындағы магазинында һәм кафеһында һатырға ниәтләй. Проектҡа технологик ҡорамалдар һатып алыуға һәм инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.
Юл буйы хеҙмәттәре өлкәһендәге йәнә бер проект – күп йүнәлешле комплекс. Уны Р-240 юлының Өфө районындағы участкаһында “Бал ҡорто” (“Пчелка”) компанияһы асырға ниәтләй. Компания юл буйы объекттарын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Ойошманың финанс директоры Илдус Ильясов әйтеүенсә, ашхана, магазин, дарыухана һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пункты Мокроусов ауылы янында урынлаша. Унда 35 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: