Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Февраль 2021, 22:34

Иң күп кооперативтар – беҙҙә

Өс йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан беренсе урынды ышаныслы яулай.

Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы яңы ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса субъекттар рейтингын төҙөнө. Өс йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан беренсе урынды ышаныслы яулай – Рәсәйҙәге барлыҡ ауыл хужалығы кооперативтарының 13 проценттан ашыуы республикабыҙҙа төҙөлгән.
Башҡортостанда фермерлыҡты һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү йәһәтенән системалы эш башҡарылған. Бындай сараларҙың иң мөһиме – маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм этаптарҙы билдәләгән норматив-хоҡуҡи база булдырыу. Республикала килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу программаһы төҙөлдө. Уны уңышлы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2018 һәм 2019 йылдарҙа 237 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлдө. Быйыл иһә программа бер аҙ үҙгәртелеп дауам итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә күрһәтелде.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: