Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Февраль 2021, 12:25

Көтөү көтөргә – көтөүсе, иген сәсергә игенсе ҡалырмы?

Ауыл хужалығында эшләргә теләүселәр йылдан-йыл кәмей.

Республикала эшсе ҡулдарҙың ситкә китеүе, күп йәштәрҙең юғары уҡыу йортон тамамлап та үҙебеҙҙә эшкә ҡалмауы бер кемгә лә сер түгел. Бөгөн төп сәбәптәрҙең береһен байытҡан да, һағайтҡан да Себер тарафына эшселәрҙең күпләп ағылыу мәсьәләһенә ҡайтарып ҡалдырырға тырышабыҙ. Миҙал ике яҡлы була тигәндәй, унда вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең күбеһе ауыл ерендә яҡшы йәшәй, күркәм йорттарҙа көн итә, затлы машиналарҙа елдерә, ғаиләләре етеш, балалары ҡараулы.

Йәштәр ауылға ҡайтһын

Ғәмәлдә бөгөн һүҙебеҙ оҙон аҡса эҙләп ситкә китеүселәр хаҡында түгел, ә ауыл хужалығы тармағында барлыҡҡа килгән киҫкен проблемаларҙың береһе – кадрҙар етешмәүе тураһында. Бер нисә йылдан ерҙә эшләүселәрҙең, данлыҡлы игенселәрҙең хеҙмәтен дауам итеүселәр, илгә икмәк үҫтереүселәрҙең ҡалмауы ла мөмкин. Көтөүе булып та – көтөүсеһе, һыйыры булып та – һауынсыһы, ере булып та уны сәсеүсеһе, йыйып алыусыһы булмаҫ, тимә. Хәйер, ауылда фермерҙар бар, йыл һайын крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары үҫешә, дәүләт уларға ҙур күләмдә гранттар бүлә, ҙур ярҙам күрһәтә тип әйтеүселәр ҙә булыр. Уныһы менән дә килешәм. Ысынлап та, республикабыҙҙа үҙ эшен асыусылар, фермерҙар, ауыл йүнселдәре өсөн төрлө программалар эшләй, бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, әммә улар ғына бөгөн ауыл хужалығын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирмәй, тигән фекерҙәмен. Бөгөн төп мәсьәлә асыҡ килеш ҡала: ауыл еренә эшкә ҡайтырға атлығып торған йәштәр юҡ, ауыл хужалығы тармағына йәш белгестәр үҙҙәре теләп бармай.

Башҡортостандың Ауыл хужа­лығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын ауыл ерендә хеҙмәткәрҙәр һаны уртаса 4-5 процентҡа кәмей. Яҡынса фараздар буйынса, быйыл ауыл хужалығы тармағы 115 агрономға, 163 агроинженерға, 138 зоотехникка, 187 ветеринарға, 163 механизаторға һәм 152 һауынсыға ҡытлыҡ кисерәсәк. Шул уҡ ваҡытта аграр йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы­ларҙың 21 проценты ғына тыуған яғына ҡайтырға теләк белдерә, ә ҡалғандар диплом өсөн генә уҡый. Күптәре Себергә, төрлө ҡалаларға эшкә китә, бәғзеләре “Магнит”, “Пятёрочка” кеүек ҙур сауҙа селтәр­ҙәренә, интернет-магазиндарға эшкә урынлаша. Йәштәр араһында ауылда үҙ эшен асыусылар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шәхси предприятиеһын булды­рырға теләк белдереүселәрҙең артында күпселек осраҡта ата-әсәһе тора, уларҙың эшен дауам итергә теләй, ҡайһылары үҙ хужалығын асып та өлгөрмәй, дәүләт ярҙамы алғас күп тә үтмәй, уны ябып ҡуя.

Был күренештәрҙең сәбәптәре ниҙә?

Беренсенән, ауыл хужалығына эшкә килергә теләге булғандарҙы күп осраҡта фермер (крәҫтиән) хужалығы етәксеһе эшкә алып бармай, сөнки уның кеҫәһенән байтаҡ сығым китә. Фермер өсөн яҙын-көҙөн эшселәрҙе ваҡытлыса йәлеп итеү күпкә отошлораҡ. Икенсенән, яңы эш башлаған йәш белгестең хеҙмәт хаҡының түбән булыуы, торлағы булмауы ла ауылға барыуҙан ситләштерә. Был тәңгәлдә дәүләт программаһы бар-барлығын, әммә уның күләме бик аҙ. Йәш кеше бик теләһә лә ул аҡсаға йорт һатып та ала алмай, үҙе төҙөргә лә мөмкинлеге юҡ. Был йәһәттән бер аҙ уйланырға урын бар: ни өсөн беҙ табиптарҙы һәм уҡытыусыларҙы эшкә йәлеп итеү өсөн миллиондар сарыф итәбеҙ, ә ауылдарҙы күтәрерлек, уның иҡтисадын үҫтерерлек белгестәргә аҡса бүлмәйбеҙ?

Әгәр ҙә йәш белгес киләсәген ер менән бәйләргә теләк белдерә, үҙен малсылыҡ, игенселек, үҫем­лек­селек тармағында һынап ҡа­рарға теләй икән, әйҙә үҙ эшен асырға йә иһә ауыл хужалығы кооперативына, фермер хужалығына эшкә төшөргә теләгәндәргә ташламалы хаҡ менән кредиттар би­рел­һен, йорт йәки фатир һатып алыр­ға етерлек финанс сығанаҡ­тары бүленһен. Кем белә, бәлки, ауыл ерендә йәшәргә, эш башларға теләгән йәштәр ҙә күберәк булыр ине.

Баймаҡтар Хәйбулла фермерында эшләй, ә йылайырҙар?..

Һөнәрем буйынса Урал аръяғы райондарында күп йөрөргә тура килә, ҡайһы саҡта тынғылыҡ бирмәгән эшемә рәхмәт тә әйтеп ҡуям: ҡайҙа ғына илтмәй ҙә ниндәй генә кешеләр менән осраштырмай! Бигерәк тә яҙғы сәсеү һәм көҙгө уңыш йыйыу осоронда төрлө район фермерҙары менән йыш осрашам. Миҙгелле кампания мәлендә уларҙың төп проблемаһы, әлеге лә баяғы, эшсе ҡулдарҙың етешмәүенә ҡайтып ҡала. Ауылда шөғөлһөҙ ятҡан кешеләр ни өсөндөр үҙ ауылындағы фермерға эшкә барырға теләмәй. Йәнәһе, байҙы байыҡтырмайҙар. Ашарына юҡ, аҡсаһыҙлыҡҡа зарлана, элекке колхоз-совхоздар осорон һағынып һөйләй, әммә тир түгергә теләмәй. Ауыл кешеһенең, дөрөҫөрәге, эше булмаған кешенең психологияһын бөгөн төптән яңыртыу талап ителә. Шулай булмаһа, Хәйбулла районы фермерында Йылайыр йәки Баймаҡ районы кешеләренең, ә Йылайыр районында – Баймаҡ механизаторҙарының, Баймаҡта иһә хәйбуллаларҙың эшләүен нисек аңлатырға мөмкин?!

Был төбәктә йыл һайын тәбиғәттең ҡырыҫ шарттары ла ауыл хужалығында эшләүселәр алдында ҙур һынауҙар ҡуя. Яҙын өмөтләнеп сәскән орлоҡтан көҙ мул уңыш йыйып алмау, ҡоролоҡ өсөн субсидияларҙың түләнмәүе үҫемлекселек менән шөғөлләнгән кешеләрҙе уйланырға мәжбүр итә, күптәр малсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағына йөҙ бороуҙы хуп күрә. Былтыр йылҡысылыҡты үҙ иткән йүнселдәрҙең береһен йәй еләккә барғанда аттарын үҙе көтөүен күреп хайран ҡалдым. “Ни өсөн көтөүсе ялламайһығыҙ?” тигән һорауыма: “Табып булмай. Ауылдар буйлап йөрөп тә сыҡтым. Ай һайын аҡсаһын да түләргә ризамын, ҡышҡылыҡҡа һуғымға бер тай бирәм тип тә әйтеп ҡараным, килмәйҙәр”, – тип яуап биргәйне ул.
Уңыш йыйыу осоронда ферма хужалығы башлығының комбайн штурвалына ултырыуы ла юҡҡа түгелдер, күрәһең, ул да ураҡҡа йәлеп итерлек эшселәр тапмаған­дыр. Ауыл хужалығында бешеккән тәжрибәле белгестәр ҙә йылдан-йыл һирәгәйә бара.

“Ауыл ипотекаһы”нан ауылда йәшәүселәр файҙаланамы?

Ауылда йәшәгән халыҡҡа тәғәйенләнгән дәүләт ярҙамы, төрлө программаларҙың булыуы хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр, моғайын. Әммә уларҙың барыһын да ауыл кешеһе файҙалана аламы?

Былтыр бик уңайлы “Ауыл ипотекаһы” программаһы тор­мошҡа ашырыла башланы. Уның шарттарына ярашлы, дәүләт программаһы ярҙамында һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына тигәндәй ипо­текаға торлаҡ һатып ала алаһығыҙ. Процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләйәсәк. Дөйөм талап­тарға ярашлы, халыҡ өсөн иң ҙур ставка – өс процент, әммә Баш­ҡортостан Республикаһы банк­тарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялай. Был иһә төбәктәге ставканы иң түбән кимәлгә – 0,1 про­центҡа тиклем кәметеү мөмкин­леген бирҙе.

Әлеге төр ипотеканы юллау өсөн ауылда йәшәү йәки теркәлгән булыу мотлаҡ түгел. Программа бер йылға иҫәпләнһә лә, быйыл да дауам итә. Уйлап ҡарағанда, ауыл ерендә йәшәгәндәргә һәм ауылға эшкә ҡайтҡан йәштәргә бик уңайлы ла, отошло ла кеүек. Әммә бында ла миҙалдың икенсе яғы күренде: ауыл халҡының күпселеге был программа хаҡында белеп тә өлгөрмәне, ҡаланыҡылар “һә” тигәнсә ауыл йорто һатып алырға ла тотондо. Өфөләр йәшен тиҙ­легендә ҡала яны ҡасабаларына, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарына “һөжүм” башлаһа, Магнитогорскиҙа йәшәүселәр Әбйәлил райондары ауылдарынан йорт һатып алырға күпләп йүнәлде. Ауылымда йәшәгән йортом бар, ниңә әле миңә ипотекаға инергә тип уйлаған кеше йәнә тишек кәмәгә ултырырмы, билдәһеҙ.

Яҡшы өлгөләр бар

Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларына, кооперативтарға йәштәр­ҙе йәлеп итеү, уларҙы эшкә ҡайтарыу маҡсатында өлгө күрһәткән етәкселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” кооперативы етәксеһе Раил Фәхрисламовтың эше маҡтауға лайыҡ. Ул, республикала тәүгеләрҙән булып иң алдынғы технологияларҙы ҡул­ланып, сит ил техникаһы һатып алып, робот фермаһы төҙөттө, эшселәренә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Көнкүреш һәм хеҙмәт шарттары яҡшы булғанда ғына, кеше эшкә бар һәләтен һәм көсөн һала. Ошоно иҫәпкә алып, Раил Фәхрисламов эшселәре өсөн заманса уңайлыҡтары, гаражы булған фатирҙар төҙөгән, унда хеҙмәткәрҙәр рәхәтләнеп йәшәй. Эшең дә, аҡсаң да, йәшәргә урының да булғанда, хужалыҡҡа килергә ынтылған йәштәр ҙә бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылдарҙы үҫтереү, уларҙа тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса йыш сығыш яһай. Тимәк, был мәсьәлә ил кимәлендә күтәрелеп, республика тарафынан хәл ителә икән, һәр беребеҙҙең кендек ҡаны тамған, ҡаланы ла, ауылды ла ашатҡан, беҙгә көс һәм рухи ҡеүәт биргән төйәгебеҙ сәскә атыр, хужалыҡтар күтәрелер, агросәнәғәт комплексына эшкә килергә атлығып торған йәштәр ҙә булыр, тигән ышаныс тыуа. Кем белә, бәлки, тап биш-алты йылдан ауылдар ҡартайып, унда әлеге лә баяғы “Ауыл ипотекаһы” програм­маһы буйынса “сит бауырҙар” йорттар һатып алып, дачалар ултыртып, ерҙәребеҙгә икенселәр хужа булып, урман-ҡырҙарыбыҙға инә алмай, еләк-емешен өҙөргә, күлдәрендәге балығын тота алмай ултырырға тура килмәһен. Шуға күрә бөгөндән үк ерҙең ысын хужалары булыр ир-азаматтарҙы ауыл иҡтисадын үҫтереү, улар үҙ ерендә үҙен ысын хужа итеп тойһон өсөн ауылдарға эшкә саҡырыуҙы заман талабы ғына түгел, ата-бабаларҙың да аманаты һәм үтенесе тип ҡабул итергә кәрәк. Был йәһәттән ауылдың яҙмышы өсөн борсолған һәр кем үҙ фекерен әйтер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: