+4 °С
Болотло
«Юғары уңыш беҙҙең йыллыҡ күрһәткестәр булырға тейеш. Үҙебеҙҙең Ауыл хужалығы министрлығы алдына 2024 йылға игендең уңышын 5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуям. Былтыр аграрийҙарыбыҙ тәүге тапҡыр 10 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алды. Һатып алынған техника һаны буйынса беҙ – иң яҡшы өс төбәк иҫәбендә. Беҙҙә ауыл хужалығы иҡтисадын йәнләндерергә һәләтле инициативалы шәхси эшҡыуарҙарҙың хәрәкәте нығыныуы бик шәп. Пандемия осоронда беҙҙә бер тауарға ла ҡытлыҡ булманы. Ләкин етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүен «баҫыуҙан кәштәгә тиклем» принцибы буйынса яйға һалырға кәрәк. Быҙ ошо процесты башланыҡ, эшкәртеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында алтынсы урынды биләйбеҙ. 2024 йылға Башҡортостан икенсе урынға сығырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙым. Уны хәл итербеҙ, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков