Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Ғинуар 2021, 16:24

Харрасовтар нисек үҙ эшен башлаған?

Әле уларҙың хужалығы әкренләп үҫә бара.

Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Харрасова малсылыҡ тармағын бөтә нескәлегендә белә. Һауынсы булып та эшләргә тура килгән уға, шәхси ярҙамсы хужалыҡта ла мәшәҡәт етерлек.
Шуға ла республика Ауыл хужалығы министрлығының Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы тураһында ишеткәс, Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы һыйыр малы үрсетеү теләге менән яна башлай. Хәләл ефете Дамир менән кәңәшләшә һәм һөтсөлөк менән шөғөлләнергә булалар.
2019 йылдың авгусында документтарын тапшырып, өс айҙан 2 миллион 700 мең һумлыҡ грант ала ғаилә. Шунда уҡ крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәйҙәр, "симменталь" тоҡомло 35 тана һатып алалар.
Былтыр Харрасовтар мал һанын 60 башҡа еткерә. Өр-яңы аҙбар һалалар, 69 гектар ерҙе ҡуртымға алалар. Әле хужалыҡ әкренләп үҫә бара.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: