Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ғинуар 2021, 16:49

Уңған Рәмилә Аҡъярҙа үҙ эшен асҡан

Былтыр Башҡортостанда яңы эш башлаған 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумлыҡ “Агростартап” грантына эйә булды.

Былтыр Башҡортостанда яңы эш башлаған 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумлыҡ “Агростартап” грантына эйә булды.
Грантҡа конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына һәм “Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын ойоштороу” төбәк проектына ярашлы уҙғарыла.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан эшҡыуар Рәмилә Әминева 2020 йылда конкурста еңеп сыҡты һәм районда ит ярым фабрикаттары етештереү цехы асырға ниәтләй.
Ул һыуытҡыс камераһы ҡуйылған автомобиль, ит эшкәртеү цехы өсөн ҡорамалдар һатып алған. Етештереү бинаһын йүнсел район үҙәгендә тапҡан. Әле хужалыҡта бинаны ҙерләү, ҡорамалдар ҡуйыу, тейешле хеҙмәттәрҙән эшмәкәрлеккә рөхсәт алыу менән мәшғүлдәр.
Рәмилә Әминева етештергән ризыҡтарҙан урындағы халыҡ быйыл яҙ ауыҙ итәсәк.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в