Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарары менән уҙған йылдан республикала йәшәүсе күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, закон буйынса бирелгән бушлай ер участкаһы урынына 250 мең аҡса алды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
Ул бындай альтернативаның бик ваҡытлы һәм кәрәкле булыуын билдәләй.
- Бөтә төбәктәрҙә лә әҙер коммуникациялы ер участкалары юҡ. Ғаиләләрҙең барыһының да шәхси йорт төҙөргә теләге бар тип әйтеп булмай. Әле ергә 16 мең ғаилә сиратта тора. Тимәк уны йылдар дауамында көтөргә тура киләсәк. Балалар көтөп тормай, көндән-көн үҫәләр. Шуға күрә 2020 йылда ҡабул ителгән ҡарар дөрөҫ булған, тигән фекергә киләм. Сөнки былтыр 200 ғаилә ер урынына аҡса алған. Быйыл бюджетта был маҡсатҡа 100 миллион һум финанс һалынды. Йәғни 2021 йылда 400 ғаилә ярҙам аласаҡ. Киләһе йылдарҙа был сумманы тағы арттырасаҡбыҙ, - ти Радий Фәрит улы.
Ер участкаһы урынына аҡса алыу өсөн республиканың ер мөлкәте мөнәсәбәттәре министрлығына йә иһә урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был льгота алыусыларҙың ер өсөн ҡайҙа сиратта тороуона ла бәйле. Аҡсаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, беренсе иғәнә итеп һалырға мөмкин.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Er-urinina-a-sa-644464/