Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ғинуар 2021, 10:56

Бурыс бер районда ғына үтәлгән

Ер-мөлкәт мәсьәләләрендәге барлыҡ процестар тәртипкә килтерәлә һәм аңлайышлы ителә.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер мөһим тема ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә бәйле булды. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, "Росреестр" идаралығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 7 миллион 325 мең гектар ауыл хужалығы ере бар. Уларҙың 3 миллион 662 мең гектары – һөрөнтө ерҙәр, 1 миллион 273 мең гектар – сабынлыҡ, 2 миллион 346 мең гектары – көтөүлектәр. Тик ошо мәғлүмәт төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә күрһәтелгән.
– Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең бер өлөшө торлаҡ төҙөлөшөнә тапшырылыуын иҫәптә тотҡанда, агросәнәғәт комплексы тауарҙарын етештереүҙе арттырыу өсөн файҙаланылмаған һөрөнтө ерҙәрҙе лә әйләнешкә индерергә кәрәк. Шулай уҡ ғәмәлдәге майҙандарҙа тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу мөһим, – тине Илшат Фәзрахманов.
Уның белдереүенсә, 2024 йылға 90 мең гектар сиҙәм ерҙе эшкә йәлеп итеү планлаштырыла.
2017 йылдан алып Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең берҙәм федераль мәғлүмәти системаһы индерелә. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, был эш 65 процентҡа ғына башҡарылған. Тулыһынса эш ни бары Әбйәлил районында ғына үтәлгән.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, киләсәктә субсидияны ошо берҙәм системаға индерелгән майҙанға ҡарап ҡына бирәсәктәр. Артабан бөтә һанлаштырылған биләмәләрҙе Республика менән идара итеү системаһына индерәсәктәр. Был барлыҡ аграр процестарҙы реаль ваҡыт тәртибендә күҙәтеп барыу мөмкинлеген бирәсәк – сәсеүҙән башлап йыйып алғансы. Хатта көтөлгән уңыш күләмен дә алдан күҙаллап буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы февралдә был законды ғәмәлгә индереү йомғаҡтарын тикшерергә ҡушты.
– Беҙ ер-мөлкәт мәсьәләләрендәге барлыҡ процестарҙы тәртипкә килтерәбеҙ һәм үтә күренмәле итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Быларҙың барыһын да республика иҡтисадын һанлы трансформациялау өсөн башҡарабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: