Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ғинуар 2021, 18:17

Яңы техника тәбиғәт ҡырыҫлығына бирешмәҫ

"Башкиравтодор" йәмғиәтенең Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары филиалдары яңы махсус техникалар алып ҡыуанды.

Яңы йыл алдынан Урал аръяғының юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары паркы 19 берәмек яңы техника менән тулыланған.
"Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Бөрйән һәм Ишембай райондары филиалдары яңы махсус техникалар - автогрейдер, "КамАЗ" самосвалдары, универсаль юл машиналары, йөк тейәгестәр, тракторҙар алып ҡыуанды.
Был төбәктә тәбиғәттең үҙ ҡанундары хөкөм һөрә: һауа температураһының кинәт үҙгәреүе, көслө ел һәм буран булыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Шуға күрә яңы техникаларҙың килеүе бик ваҡытлы. Улар ярҙамында һәр райондың юлдары төҙөк тотоласаҡ, ваҡытында ҡарҙан таҙартыласаҡ, боҙлауыҡ мәлендә ҡом һибеләсәк, юл ситтәре төҙөкләндереләсәк. Юл комплексын махсус машиналар менән тәьмин итеүгә республика ҡаҙнаһынан 160 миллион һум аҡса бүленгән. Былтыр төбәк бюджетынан 500 миллион һумлыҡ 97 берәмек техника алынған.
Республиканың көньяҡ райондары өсөн быйыл ҡар таҙартыу йәһәтенән проблемалар булмаҫ тигән ышаныста халыҡ.
Фото "Башкиравтодор" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: