Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Ғинуар 2021, 14:14

Автомобилдәргә хаҡтар күтәрелә...

АвтоВАЗ компанияһы былтыр автомобилдәргә хаҡты бер нисә тапҡыр арттырҙы, ә йыл башында күпмегә күтәрергә ниәтләй?

Былтыр ғына АвтоВАЗ компанияһы автомобилдәргә алты тапҡыр хаҡтарҙы күтәрҙе. Дөйөм алғанда транспорт саралары 8,5 процентҡа ҡиммәтләнде. Яңы йыл башында ла хаҡтар күтәрелә башлаған.
Хаҡтарҙың иң аҙ үҫеше Lada Granta автомобиленең седан һәм хэтчбек моделдәренә ҡағыла, уртаса 10-11 мең һумға арттырылған. Дүрт ишекле “Гранта”ның база комплектацияһы 499,9 мең һум тора.
Lada Xray автомобиленең стандарт комплектациялағы моделе 19 мең һумға ҡиммәтләнеп, хәҙер 679,9 мең һум тәшкил итә. Был линейкаға ингән джиптың хаҡы етештереүсе компания прайсында 898,9 мең һум күләмендә күрһәтелгән.
Lada Largus моделдәре рәтендә хаҡтар уртаса 15 мең һумға артҡан. Ә Lada Vesta барыһын да уҙҙырған, хаҡтар 20-40 мең һумға күтәрелгән. Премиаль комплектациялары тәүге тапҡыр бер миллион һумдан ашҡан. Эксперттар әйтеүенсә, һумдың “йомшарыуы” һәм инфляция компанияны хаҡтарҙы арттырыуға этәрә.
Фото: Lada.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: