Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Ғинуар 2021, 16:48

Илдә беренсебеҙ!

Башҡортостандың ҡайһы райондарында участкалы йорттарҙы күберәк һорайҙар?

Башҡортостан Рәсәйҙә “Ауыл ипотекаһы” күләме буйынса беренсе урында бара.
Илдә “Ауыл ипотекаһы”ның дөйөм суммаһы 4,9 миллиард һум тип хәбәр итә "Россельхозбанк"тың матбуғат хеҙмәте. Был – илдәге кредиттар һаны буйынса ла, аҡса күләме йәһәтенән дә иң яҡшы һөҙөмтә. “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль программаһының ошо йүнәлеше шарттарын иҫәпкә алғанда, Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта кредит күләме биш миллион һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ул – өс миллион һум. Быға тиклем ошо күрһәткестәр буйынса оҙаҡ ваҡыт Ленинград өлкәһе алда бара ине.
Алдан көтөлгәнсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Яңауыл райондарындағы участкаһы булған йорттар ҙур һорау менән файҙаланыла. Заемсыларҙың күп өлөшө – 35 йәшкә тиклемгеләр.
Белешмә. 25 йылға бирелгән “Ауыл ипотекаһы” күләме өс миллион һумға тиклем. Граждан өсөн процент ставкаһы йылына 0,1-ҙән 3-кә тиклем процент тәшкил итә. Төп һигеҙ процент ставканы Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай. “Ауыл ипотекаһы”н биргән төп банктарҙың береһе – "Россельхозбанк". Әммә был программа буйынса ташламалы кредитты Һаҡлыҡ һәм башҡа банктарҙа ла алырға мөмкин. Ә был программаның тормошҡа ашыуы, ғаиләләргә аҡсалата ярҙам – “Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: