Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Ғинуар 2021, 18:17

Төрлө мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итәләр

Былтыр Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 104 субъект 35 миллион долларҙан ашыу суммаға 144 экспорт килешеүе төҙөгән.

Былтыр Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 104 субъект 35 миллион долларҙан ашыу суммаға 144 экспорт килешеүе төҙөгән.
Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең төп мәсьәләләре – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мәғлүмәт-аналитик, консультация, финанс һәм сит ил контрагенттарын эҙләү, Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән видеоконференциялар ойоштороу һәм теге йәки был ил баҙарында эшләү буйынса ярҙам күрһәтеү.
– Башҡортостан Республикаһының Экспорт ярҙамы үҙәге экспортсыларға ярҙам һәм үҫеш буйынса масштаблы эш алып бара. 2020 йылда үҙәк 649 эшҡыуарға 1800-ҙән ашыу төрлө ярҙам күрһәтте. 104 етештереүсе 35 миллион долларҙан ашыу суммаға 144 экспорт килешеүе төҙөнө, – тип белдерҙе республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт кормитетына ҡараған ойошма. Нигеҙҙә, йөк ташыу, сит ил баҙарын һайлау, таможня рәсмиләштереүе, һалым түләү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр бында.

Ҡырғыҙстан, Грузия, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Мысыр, Франция, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия кеүек сит илдәр контрагенттары республика партнерҙарына әйләнгән дә инде. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: