Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Ғинуар 2021, 12:11

“Ауыл ипотекаһы” менән файҙаланыусылар күп

Рәсәйҙә был ярҙамдан файҙаланыу буйынса Башҡортостан икенсе урынды биләй

еспублика халҡында был яңы йүнәлеш ҙур һорау менән файҙалана.
“Ауыл ипотекаһы”н биреү өсөн тәғәйенләнгән банк (“Россельхозбанк”) тарафынан дөйөм суммаһы 4,495 миллиард һумлыҡ 2191 кредит бирелгән. Рәсәйҙә был ярҙамдан файҙаланыу буйынса Башҡортостан икенсе урынды биләй. Ул бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн отошло.
25 йылға тиклем бирелгән “Ауыл ипотекаһы”ның күләме 3 миллион һумға тиклем. Граждандың процент ставкаһы 0,1-ҙән 3 процентҡа ҡәҙәр тәшкил итергә мөмкин. Ә төп ставка – 8 процентты Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай.

Ташламалы ипотека ауыл, утар, эшселәр ҡасабаһы, ҡала тибындағы ҡасаба кеүек тораҡ пункттарҙан торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелгән. Ә бына ҡала биләмәһенең шәхси секторы өсөн уны ҡулланып булмай.

Ер участкаһы һатып алып, ә йортҡа ташламалы кредит бирмәһәләр, ваҡытығыҙ бушҡа китәсәк. Бының өсөн үҙегеҙ мөрәжәғәт итәсәк банктан әлеге биләмәгә ҡағылышлы үҙенсәлектәрҙе, был ерҙең “Ауыл ипотекаһы” программаһына тура килеү-килмәүен белешегеҙ.
Фото: m.in-news.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: