Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Декабрь 2020, 15:36

Энергетиктар һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика энергетиктарын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Ҡала электр селтәрҙәренә идара итеү үҙәгендә булды. Ул республика энергетиктарын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡортостандың илдәге төп энергетика үҙәктәренең береһе булыуы менән ғорурланам. Ҡеүәтте арттырыуҙы артабан да дауам итәбеҙ. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы биш йылда Затон йылылыҡ станцияһын, 111 километрлыҡ электр үткәргесен, 60 километрҙан ашыу магистраль газ үткәргесте сафҡа индерҙек. Тиҙҙән Ҡарман ГРЭС-ында өсөнсө энергия блогын яңырта башлайбыҙ.
Республика Башлығы энергетиктар хеҙмәтенең бөтә ил һәм республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ул тармаҡ вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы, шулай уҡ Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы, Башҡортостан генерациялаусы компанияһы, Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы коллективтарына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы идараһы рәйесе, генераль директоры Радий Хәбировҡа Өфөнөң электр селтәрҙәре комплексын реконструкциялау йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: