Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Декабрь 2020, 02:17

Яҙға техника күп кәрәк

Бөтәһе 3150 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған. Улар иҫәбендә – 520 трактор, 310 иген урыу комбайны, 700 дана тупраҡ эшкәртеүсе һәм башҡа ҡорамалдар.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, республикала 2021 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башланды. Был эшкә кредит-финанс ресурстарына мохтажлыҡ 7,5 миллиард һум тип баһалана.
Яҙғы баҫыу эштәрен сифатлы итеп башҡарыуҙың төп шарттараның береһе – тармаҡты техник һәм технологиҡ яҡтан яңыртыу. Быйылғы 11 айҙа ауыл хужалыҡы етештереүселәре 3150 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған. Улар иҫәбендә – 520 трактор, 310 иген урыу комбайны, 700 дана тупраҡ эшкәртеүсе һәм башҡа ҡорамалдар. Бөтә һатып алынған техниканың хаҡы 9,1 миллиард һумдан аша, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,9 миллиард һумға күберәк.

Иң күп һатып алынған техника Ауырғазы, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез һәм Йәрмәкәй райондарына тура килә.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: