Бүздәк эшҡыуары – крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Шафоат Хәбибрахманова үҙенең предприятиеһында икенсе ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырған. Хәҙер агрофирманың үҙ орлоҡ заводы барлыҡҡа килгән: бында 33 мең тонна иген, майлы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары киптереп һаҡлайҙар. Быларҙың барыһы ла 10 мең гектар баҫыуы булған хужалыҡта етештерелә. Яңы объектҡа һалынған инвестиция күләме 524 миллион һум тәшкил иткән.
2018 йылдың ноябрендә хужалыҡта теплица комплексының өсөнсө сираты эшкә ҡушылғайны. Ун гектарҙағы теплицалар Голландияның яҡтылыҡ культураһы технологияһы буйынса төҙөлгәйне. “Бүздәк” теплицалар комплексы – әлеге ваҡытта Башҡортостандағы иң ҙур яҡтылыҡ культуралы майҙан, ти эшҡыуар. Проектҡа һалынған инвестиция күләме 2,5 миллиард һум тәшкил иткән, уларҙың 2,1 миллиарды үҙләштерелгән. Дүртенсе сират буйынса эштәр әлегә яҡшы ваҡыттарға тиклем туҡтатып торолған.
“Сығымдарҙың ҙур өлөшө импортҡа тура килә – технологияның үҙе, ҡорамалдар, орлоҡтар, хатта металл конструкциялары ла. Рәсәйҙән алынған тауар 30 процент биләй, башлыса - быяла һәм торбалар. Шуға күрә проектты тормошҡа ашырыу валюта курсына, тышҡы баҙарҙағы хәлдәргә бәйле. Дәүләт ярҙамы программалары ҙур ярҙам булды – беҙгә ҡорамалға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланылар”, – ти Шафоат Хәбибрахманова.
Әлеге ваҡытта уның фермер хужалығында 270 кеше хеҙмәт итә. Етештереү эшмәкәрлеге ҡыҫҡартылмаған, персонал да шул килеш һаҡланып ҡалған. Был бик ҙур һәм амбициялы теплица комплексына 2018 һәм 2019 йылдарҙа Радий Хәбиров та килгәйне.
"Мин 17 йәштә кейәүгә сыҡтым. Әле биш балам бар. Улар әҙерәк үҫкәс, етди, ҙур эш менән шөғөлләнге килде. Беҙ ғаилә бизнесын 1997 йылда ҙур булмаған пленкалы теплицаларҙан башланыҡ. 2000 йылда уларҙың майҙаны 8 гектарға тиклем етте. Бынан тыш, профнастил етештереү менән шөғөлләнә инек. Яҡтылыҡ культуралары менән эш башлар өсөн бөтә милкебеҙҙе һалдыҡ. Әле миңә 40 йәш һәм ейәнсәрем бар. Өлкән ҡыҙҙарым Мәскәүҙә Юғары иҡтисад мәктәбендә уҡып сыҡты һәм әле миңә бизнесты алып барырға ярҙам итә. Ирем былтыр үлеп ҡалды. Бәләкәй улым - мәктәп уҡыусыһы, ул Лондонда уҡый. Үҙемә белем алыу бәхете тәтемәне – ғүмерем буйы үҙаллы уҡыйым, һәм бының да ыңғай яҡтары күп", – ти эшҡыуар үҙе тураһында.