Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Ноябрь 2020, 13:38

Өйҙән сыҡмайынса түләүҙең биш юлы бар

1 декабргә һанаулы ғына көндәр ҡалды: милек һалымы өсөн түләргә онотмайыҡ, дуҫтар.

Һалымды өйҙән сыҡмайынса түләүҙең биш юлы бар.
Беренсенән, һалым буйынса бурысты Рәсәй Һалым федераль хеҙмәте сайтындағы “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисы аша ҡарай һәм түләй алаһығыҙ.
Икенсенән, “Физик шәхестәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһында ла шулай уҡ һалым буйынса бурысты ҡарап була һәм уларҙы банктарҙа түләргә мөмкин.
Өсөнсөнән, был бурысты Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәрҙең милек һалымдарын һәм иғәнәләрен түләү” сервисы аша берҙәм түләү документы ярҙамында атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында ла һалым түләү мөмкинлеге бар. Банктарҙың онлайн-сервистары төрлө түләүҙәрҙе атҡарыу, шул иҫәптән һалымды ла түләү өсөн уңайлы.
Әйткәндәй, милеккә, ергә, транспортҡа, һәм һалым агенты кешеләрҙең килеменә һалымды тотоп алып ҡалмаған осраҡта, уға һалымды түләү мотлаҡ. Юғиһә уны ҡапламаған йәки тулыһынса түләмәгән осраҡта, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, яуаплылыҡ ҡаралған. Был осраҡта һалым органы һалымды һәм пеняны түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәне ебәрә. Әгәр ошо талап та үтәлмәһә, судҡа бирә. Хоҡуҡ һаҡлау органы ҡабул иткән ҡарар нигеҙендә һалым бурыслының килеменән тотоп алып ҡалына йә суд приставтары хеҙмәте тарафынан түләттерелә. Улар шулай уҡ төрлө сикләү сараларын тормошҡа ашырырға мөмкин. Мәҫәлән, бурыслының банк картаһын блокировкалауҙары йә уның мөлкәтен аресҡа алыуҙары ихтимал.
Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз. Шуға 1 декабргә тиклем түләү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.
Фото: ok.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в