Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Ноябрь 2020, 11:25

Вәлиттә – магазин, Аҡъярҙа – мини-цех

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды.

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла.
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үткәргән "Инвест сәғәт"тә ике проект ҡаралды. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Тәүге проект менән Вәлит ауылында аҙыҡ-түлек магазины асыу ниәтендә Ильвира Йәрмөхәмәтова таныштырҙы. Ул ауыл халҡын сифатлы һәм яҡшы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә теләүен белдереп, магазин асыу өсөн дәүләт ярҙамы алырға һәм эшҡыуарлыҡта үҙ көсөн һынап ҡарарға уйлай. "Стартап" дәүләт программаһына ҡатнашыу теләген дә белдерҙе.
Икенсе проект авторы Филүс Салышевты район халҡы яҡшы белә. Ул - торттар, кондитер ризыҡтары бешереү оҫтаһы. Йүнсел артабан да был йүнәлештә үҙ эшен дауам итеү маҡсатында 84 квадрат метр майҙанлы өр-яңы мини-цех асырға хыяллана. Эшҡыуар кондитер ризыҡтары төрөн арттырып, ошонда уҡ һатыу һәм 30 урынлыҡ халыҡты ҡабул итерлек йәмәғәт туҡланыу урынын төҙөү буйынса уй-ниәттәрен еткерҙе.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында төрлө фекерҙәр әйтелде, тейешле ҡарар ҡабул ителде.
Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: