Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Ноябрь 2020, 12:59

Бәлиғ булмағандар өсөн дә түләргә кәрәк

Ниндәй осраҡта бәлиғ булмағандар өсөн һалым түләү мотлаҡ? Яҙмабыҙҙа һүҙ – ошо хаҡта.

Белеүебеҙсә, хәҙер күп кенә балалар – күсемһеҙ милек хужаһы. Ғәҙәттә, ошондай осраҡтар әсәлек капиталы аҡсаһына ҡушып торлаҡ һатып алғанда барлыҡҡа килә.
Шуға бәлиғ булмағандарҙың шәхси милек булараҡ ер участкаһы, торлағы йәки транспорт сараһы бар икән, һалым түләнергә тейеш. Быны уларҙың законлы вәкилдәренең – ата-әсәләренең – үтәүе зарур.
Әйткәндәй, бәлиғ булмағандарға һалым буйынса федераль ташламалар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, инвалид балалар милек өсөн һалымды түләмәй, ә ер һалымына килгәндә, уларҙың бер ер участкаһындағы 600 квадрат метрҙың һалым менән ҡапланмаған кадастр хаҡы күләмендә һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғы бар.
Бына ошондай хоҡуҡтар тураһында Рәсәй Федераль һалым органының “Милек һалымдары ставкалары һәм ташламалары тураһындағы белешмә” тигән сервисы аша белергә мөмкин.
Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Шуға күрә, ишетмәнем, белмәнем, иҫкәртмәнеләр тип, 1 декабргә тиклем һалым түләү кәрәклеген һис инҡар итергә ярамай.
Фото: www.youtube.com
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: