Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Ноябрь 2020, 12:16

Алға ҡарап йәшәргә кәрәк

Районда ашлыҡ йыйыу кампанияһы күптән артта ҡалды. Әммә ауыл хужалығында башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек – берәүҙәр машиналарҙы ремонтлау менән булышһа, икенселәр техниканы ҡышлатыуға ҡуя, территорияһын тәртипкә килтерә. Тәжрибә уртаҡлашыу ниәте менән аграрийҙар Яңы Украинка ауылына фермер Юрий Погореловтың базаһына семинарға йыйылды.Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, фермерҙарҙың һәр ваҡыт фекер алышырҙай мәсьәләләре бар. Сараның тап ошо хужалыҡта үтеүе лә осраҡлы түгел, сөнки Погореловтың крәҫтиән-фермер хужалығы районда иң алдынғылар иҫәбендә. Бында даими рәүештә яңы ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмалар һатып алына, матди-техник база нығытыла. Быйыл да байтаҡ күләмле эш башҡарылған, шулар араһында иген таҙартыу комплексын ҡороуҙы айырым билдәләп үтергә кәрәк. Семинарға йыйылыусыларҙың төп иғтибары ошоға йүнәлтелде. Ни тиһәң дә, игенде таҙартыу, сифатлы орлоҡ әҙерләү аграрийҙар өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә танышырға мөмкин

Районда ашлыҡ йыйыу кампанияһы күптән артта ҡалды. Әммә ауыл хужалығында башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек – берәүҙәр машиналарҙы ремонтлау менән булышһа, икенселәр техниканы ҡышлатыуға ҡуя, территорияһын тәртипкә килтерә. Тәжрибә уртаҡлашыу ниәте менән аграрийҙар Яңы Украинка ауылына фермер Юрий Погореловтың базаһына семинарға йыйылды.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, фермерҙарҙың һәр ваҡыт фекер алышырҙай мәсьәләләре бар. Сараның тап ошо хужалыҡта үтеүе лә осраҡлы түгел, сөнки Погореловтың крәҫтиән-фермер хужалығы районда иң алдынғылар иҫәбендә. Бында даими рәүештә яңы ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмалар һатып алына, матди-техник база нығытыла. Быйыл да байтаҡ күләмле эш башҡарылған, шулар араһында иген таҙартыу комплексын ҡороуҙы айырым билдәләп үтергә кәрәк. Семинарға йыйылыусыларҙың төп иғтибары ошоға йүнәлтелде. Ни тиһәң дә, игенде таҙартыу, сифатлы орлоҡ әҙерләү аграрийҙар өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә танышырға мөмкин
Читайте нас: