Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Ноябрь 2020, 16:33

Аҡъярҙа – мәктәп, Бүребайҙа – физкультура-һауыҡтырыу комплексы

Бөгөн Хәйбулла, ысынлап та, ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Районда яңы социаль объекттар, йорттар

Бөгөн Хәйбулла, ысынлап та, ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Районда яңы социаль объекттар, йорттар һалына икән, тимәк, ул үҫешә, алға бара.

Район үҙәге Аҡъярҙа, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, өр-яңы мәктәп төҙөлә. 550 урынға иҫәпләнгән мәктәптең 140 урынлыҡ интернаты ла буласаҡ. Шулай уҡ ике автобусҡа тәғәйенләнгән йылы гараж, блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ урын аласаҡ. Әле төҙөүселәр ер туңмаҫтан алда белем усағының нигеҙен төҙөй, уны нығыта. Объекттың дөйөм хаҡы – 464 миллион һум. Өр-яңы уҡыу йорто бинаһын киләһе йылдың август аҙағында тапшырырға йыйыналар. Әйткәндәй, республика Башлығы Хәйбулла районына эш сәфәрендә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына яңы мәктәпкә полилингваль белем усағы статусын биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Тимәк, был хәйбуллалар өсөн үҙе үк ҙур бәхет буласаҡ, сөнки ошоға тиклем район үҙәгендә интернатлы мәктәптең булмауы сәбәпле, күп ата-әсәләргә үҙҙәренең балаларын күрше Сибай, Баймаҡ, хатта Өфө ҡалаларындағы гимназия-интернаттарға уҡырға ебәрергә тура килһә, хәҙер Хәйбулланың егет һәм ҡыҙҙарына үҙҙәрендә үк заман талаптарына яуап бирерлек өр-яңы мәктәптә белем алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Йәнә бер ҙур төҙөлөштөң береһе – Бүребай ауылында. Ул – районда шахтерҙар төбәге генә түгел, иң ҙур биләмәләрҙең береһе лә, шуға күрә бында күптән инде бар уңайлыҡтары булған заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү – өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Был объект быйыл декабрь аҙағында сафҡа инәсәк һәм халыҡҡа Ҡыш бабайҙың “иң ҙур бүләге” буласаҡ.

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған был проекттың хаҡы – 33 миллион һум. Шулай уҡ төҙөлөшкә “Бүребай тау-байыҡтырыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ҙур ярҙам күрһәтә. Төҙөүселәр объектты тиҙерәк сафҡа индереүгә бар тырышлығын һала, төҙөлөш эштәре графикка ярашлы башҡарыла.

Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәрендә Подольск ауылында булып, ундағы белем усағының торошо менән дә яҡындан танышҡайны. Төҙөүселәр тупаҫ хаталарға юл ҡуйған, шунлыҡтан мәктәп бинаһында елләтеү ҡорамалдары юҡ. Бында һауа еүеш, стеналар һәр саҡ күгәреп тора, тәҙрәләрҙән ел уйнай. 1961 йылда төҙөлгән белем усағына бер ваҡытта ла капиталь ремонт үткәрелмәгән. Төбәк Башлығы, хәлде шәхсән үҙе күреп, яҡын арала мәктәптә төҙөкләндереү эшен башларға ҡушты. Әле бында төҙөлөш ҡыҙыу бара, бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 18 миллион һум аҡса бүленгән.

Подольск урта мәктәбе уҡыусыларын ваҡытлыса Таштуғай урта мәктәбенә бер “ГАЗ”, өс “ПАЗ” автобустары көн һайын алып йөрөтә. Заманса яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асҡас та, улар Подольск мәктәбенә кире ҡайтасаҡ. Педагогтар коллективы ғына түгел, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был көндө түҙемһеҙлек менән көтә.

Төҙөлөш эштәре йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Спорт залының ҡыйығы тулыһынса алмаштырыла, йылытыу, елләтеү, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртыла, стеналарҙы тигеҙләү, аҡлау, буяу эштәре йәнәш бара. Көндәр йылы торғанда, мәктәп яны биләмәһендә лә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: