Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ноябрь 2020, 00:32

Еңеүсегә - 100 мең һум

Хәҙер әсәйҙәр эшҡыуарлыҡ серҙәренә бушлай уҡырға һәм үҙ эшенең финанслауы өсөн көрәшә ала.

19 ноябрҙә Башҡортостанда “Әсәй-эшҡыуар” ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса федераль белем биреү программаһы эшләй башланы.
Программа сиктәрендә алдан һайлау үткән 30 иң яҡшы, ҡыҙыҡ һәм төрлө форматлы эшҡыуарлыҡ проекты тормошҡа ашырыла. “Әсәй-эшҡыуар” – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сара. Ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында йүнселлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостанда прграмма республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге һәм башҡа ойошмалар тарафынан тормошҡа ашырыла. Биш көн эсендә әсәйҙәр йәш эшҡыуар өсөн маркетинг нигеҙҙәрен, финанс, юридик үҙенсәләектәр һәм башҡалар хаҡындағы белемгә эйә буласаҡ. Курс тамамланғас, унда ҡатнашҡан һәр кем конкурсҡа үҙ проектын күрһәтәсәк. Улар һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһын Amway фонды финанслаясаҡ. Еңеүсе 100 мең һум күләмендә грантҡа эйә буласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 47 проценты – гүзәл зат вәкилдәре.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: