Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2020, 11:17

Сит ил ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итергә теләһәң...

Дәүләт комитеты сит илдәрҙән потенциаль партнерҙар эҙләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итә.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына сит илдәрҙән потенциаль партнерҙар эҙләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итә.
Эш бер нисә этаптан тора. Иң элек экспортлаусыларҙан үҙҙәре менән таныштырыу, реклама материалдарын, уларҙың аудиторияһы һәм конкурстағы өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт алалар, артабан Рәсәй компанияһының продукцияһына ихтыяж кисергән сит ил һатып алыусыларын эҙләйҙәр. Ҡыҙыҡһыныусы компания булған осраҡта, Рәсәй экспортлаусыһына сит ил байеры хаҡында белдерәләр, унан баһалама алалар.
Ике компания араһында үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу тыуһа, улар өсөн уңайлы ваҡытта онлайн-осрашыу ойошторола. Модератор яҡтарҙы бер-береһе менән таныштыра, кәрәк икән, тәржемәсе менән тәьмин итә.
Һуңғы этапта экспортлаусы менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса анкета тултырыла. Әйткәндәй, был хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: